Гүзәллек, әлбиттә, тәү сиратта эске донъяның торошона бәйле. Изге уйлы, мәрхәмәтле, тормошто, ғаиләһен яратҡан, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән мосолман ҡыҙынан нур бөркөлөп торор.
Исламда матурлыҡты һаҡлауҙың элек-электән килгән алымдары ла бар.
Һөрмә – күҙ ҡабағы өсөн тәбиғи буяу. Уны көн һайын ҡулланырға мөмкин. Һөрмә, күҙҙәрҙең матурлығын билдәләп, ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлөлөгөн арттыра.
Ҡына – онтаҡ хәленә еткәнсе иҙелгән үлән. Тирене, сәсте, тырнаҡтарҙы буяу өсөн ҡулланыла. Тәбиғи ҡына зарарлы түгел, тәнде яндырмай. Фабрикала эшләнгәненең составында иһә зыянлы химик матдәләр булыуы ихтимал.
Зәйтүн майы. Зәйтүн ағасы Исламда элек-электән изге һаналған. Емештәре һоҡланғыс косметик үҙенсәлеккә эйә. Зәйтүн майын биткә, тәнгә, сәскә һылайҙар, эсергә лә мөмкин. Ул тирене шымарта, тырнаҡты нығыта, йәшәртеү үҙенсәлегенә эйә.
Парфюмерия. “Был донъяла иң серлеләре – ҡатын-ҡыҙ һәм хушбуй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Гүзәл зат тәмле еҫте иренең күңелен яулау, хистәрҙе яңыртыу өсөн ҡуллана. Мосолман донъяһында концентрациялы хушбуй киң файҙаланыла. Уларҙың составында спирт юҡ, еҫе оҙаҡ һаҡлана.
Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу. Мосолман һаулығына, күңел торошона зыян килтерер аҙыҡты ҡулланмай. Өҫтәүенә күңел сафлығы, тормошто, яҡындарын яратыу гүзәл затты бәхетле, нурлы йөҙлө итә. Тимәк, уның тормошо ла бәрәкәтле була.