Хоҙай Тәғәлә үҙендәге рәхимлелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы йән эйәләренә бүлеп биргән. Араларында иң бөйөгө — һөйөү. Бөтөн күркәм һыҙаттарҙың, тойғоларҙың инеш башы, сығанағы ул.
Тәү сиратта әҙәм балаһы тыуған ерен яратырға, уның бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртырға, үҫешен хәстәрләргә, алға барһын өсөн барлыҡ көсөн һалырға тейеш.
Һөйөү — әҙәбиәттең, шиғриәттең шиңмәҫ шишмәһе. Әҙәм балаһы әҫәрҙәрҙең тәьҫирендә мәңгелек тойғоноң көсөнә инанып үҫә, уны шул юғарылыҡта, бөтөн килеш һаҡларға, дауам итергә ынтыла.
Һөйөү — Аллаһ Тәғәләнең барлығы һәм берлегенең билгеһе. Тормош шул көс менән алға бара. Уның төп нигеҙе — һөйөүҙән яралған ғаилә. Дуҫлыҡ та яратыу, яҡын күреү тойғоһонан ярала. Тәбиғәттә күңелгә аһәң табабыҙ икән, был да һөйөүгә бәйле.
“Йылы һүҙ — йән аҙығы” тигән мәҡәл ҙур мәғәнәгә эйә: әҙәм балалары бер-береһенә күркәм хис-тойғоһон белдереп йәшәргә тейеш. Тормош яғымлы ҡараштан, татлы һүҙҙән, йылы мөнәсәбәттән, тимәк, һөйөүҙән яҡтыра. “Яҡын күргән, яратҡан кешегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә.