Иман
31 Января 2020, 10:44

Байлыҡтың төп асылы ниҙә?

“Һис шикһеҙ, мосолман яҡшы йәшәргә тейеш. Фәҡирлек динһеҙлеккә тиң, тип өйрәтә Ислам. Бөгөнгө тормошобоҙға күҙ һалғанда, әл-хәмдү лил-ләһ, арабыҙҙа хәллеләр күп. Беҙҙең ауылда ла халыҡ бер-береһе менән байлыҡта ярышып йәшәй. Был ҡыуаныс та, тик... Их, ошо муллыҡтан дөйөм тормошобоҙға, йәмғиәтебеҙгә лә файҙа килһен, аҙ ғына булһа ла өлөш сығарылһын ине лә. Юҡ шул, киреһенсә, һәр кем бейек ҡапҡаһы артына йәшеренеп, айырым дәүләткә әйләнде кеүек. Ошо күренешкә ҡарата динебеҙ ҡанундары нигеҙендә ниндәй баһа бирергә мөмкин икән?”

Эйе, ауылдарыбыҙҙа хәл­ле­ләр күп хәҙер, ләкин бай­лыҡ мөлкәтле булыу тигәнде генә аңлатмай. Донъя малы йыйып, башҡаларҙы ошо йә­һәттән уҙырға тырышып, маһайып, ҡупы­райып, тә­кәб­берләнеп, һаранланып йөрөгән кеше йәмғиәттә абруй ҡаҙана аламы? Кем унан өлгө алырға тырышһын? Ярҙам кәрәк ваҡытта был кеше берәйһенә таяна алырмы? Мөлкәтең үҙеңә генә файҙа килтерә икән, ғүмерле булырмы? Бәрәкәтһеҙ бай­лыҡ бер айлыҡ бит.

Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә ки Раббыбыҙ бәндәһенә мөлкәт биргән икән, был уны һынау өсөн генә. Әҙәм балаһы байлыҡтың ҡәҙерен белерме, юҡҡа-бушҡа сарыф итмәҫ­ме, мохтаждарға өлөш сыға­рыр­мы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, тәкәбберләнеп, бөтә ниғмәттең Аллаһ Тәғәләнеке икәнен, Уның ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклеген онотмаҫмы? Ошоға бәйле бер хикәйәтте йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, хәлле кеше булған. Уның мөлкәте һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, зәҡәт хаҡында аят төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдер­гән. “Барыһын да үҙ көсөм менән тапҡанмын”, – тигән. Иртәнсәк уянып баҡһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның бар байлығын ер йотҡан, ти...

Һис шикһеҙ, әҙәм балаһы мул тормошҡа ынтылырға тейеш. “Фәҡир­лек динһеҙ­леккә яҡын”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шул уҡ ваҡытта ул үҙеңдән алда башҡаларҙы уйлап йәшәргә саҡырған. “Тәкәб­берлеккә бирел­мәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғе­ле”, – тип өйрәткән. Мөлкәте менән генә түгел, холҡоноң яҡшы­лығы, күңеленең киң­леге аша йәм­ғиәттә абруй ҡаҙанған кеше генә “бай” исеменә лайыҡ. Ул “Бүлеш­кәндән бәрәкәт арта” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫ­лөгөн белә, Аллаһ Тәғәлә күрһәткән хаҡ юлдан тайпылмай, һөҙөмтәлә Раббыбыҙ рәхмәтендә тормошонан ырыҫ китмәй. Ә инде мөлкә­теңде бейек ҡапҡа артына йәшереп, ҡасып, туған­дарың менән күршеләреңә лә бик ҡуйып көн итһәң, йәшәүең­дән ни файҙа? Әҙәм балаһы бит Ергә донъя­ны матурлау, изгелек өләшеү өсөн ебәрелгән.

Бай булыуға ынтылыу менән бер рәттән изгелек өлә­шеү буйынса ярышып йә­шәр­гә тейешбеҙ. Динебеҙ тап шуға өйрәтә. “Бер-берегеҙҙе яҡшы ғәмәлдәр менән уҙырға тырышығыҙ”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә.

Бер нәмә лә тиҙ генә бар булмаған. Ваҡыт кәрәк. Ауыл­дарыбыҙҙа хәлле­ләр күбәйә икән, иншаллаһ, улар тора-бара байлыҡтың төп асылын аңлар, хаҡ юлға боролор.
Читайте нас