Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Июль 2021, 17:21

Күркәм башланғыстар дауамлы булһын

29 зөлхизә, йәғни 8 август – 1442 һижри йылдың аҙаҡҡы көнө.

pochemunet.ru
Фото:pochemunet.ru

Был йылда ла, әлхәмдүлилләһ, республикабыҙҙа дини йәһәттән байтаҡ үҫеш булды. Тәү сираттағы һөйөнөс: төбәгебеҙ ауылдарында иман йорттары артыуын дауам итә, шулай уҡ булғандарын төҙөкләндереү, эшмәкәрлегенә яңы һулыш биреү бурысын да онотмай мосолмандар. 

Мәҫәлән, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Борай районы үҙәгендә данлыҡлы Тарихи мәсет яңыртылып асылды. 1914 йылда һалынған ғибәҙәтхана ул заманда төньяҡ-көнбайыш төбәктәге барлыҡ мосолман халҡына хеҙмәт иткән. Иман йортоноң бер быуаттан һуң йәнә эш башлауы – барлыҡ республика өсөн ҙур ҡыуаныс, динебеҙ үҫешенә сағыу дәлил.1442 һижри йылда төбәгебеҙҙә модулле ғибәҙәтханалар асыу эше киң алып барылды. Был ғәмәл юл сервисын үҫтереү маҡсатына бәйле тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Октябрьский һәм Дәүләкән ҡалалары, Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылы янында хәҙер модулле мәсеттәр эшләй. Өфөләге “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә лә намаҙ уҡыу бүлмәһе булдырылды. Был эштәр мосолмандар тарафынан ихлас ҡабул ителде. Юлда саҡта ла ғибәҙәтте ҡалдырмау, Аллаһ Тәғәләнең фатихаһында булыу – оло бәрәкәт.Пандемия сәбәпле төрлө сикләүҙәр индерелеүгә ҡарамаҫтан, дини йәмәғәтселек эше һүнмәне, аралашыуҙың заманса алымдары киң файҙаланылды. Урындарҙағы имам-хатиптар менән онлайн тәртибендә һөйләшеүҙәр үткәреүгә, аңлатыу алып барыуға ҙур иғтибар бүленде. Ауырлыҡтар сыныҡтыра, уларҙы бергә, уртаҡ маҡсатта үтеү мөһим – динебеҙҙәге ошо һабаҡ пандемия мәлендә лә төп терәк булып тора. Һуңғы ике йылда ураҙа тотҡандарҙың артыуы, был ғәмәлде тотош ғаилә менән үтәү осраҡтарының күбәйеүе – Исламға яҡыная барыуҙың кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле.1 мөхәррәм, дүшәмбе, 9 август – 1443 һижри йылдың беренсе көнө. Яңы йылда изге башланғыстар артабан үҫһен, ыңғай һөҙөмтә бирһен, күңелдәрҙә иман артып, өммәтебеҙгә ҡеүәт өҫтәлһен, донъялар имен торһон, иншаллаһ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: