Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Октябрь 2021, 19:45

Яңы корпусы киләһе йыл асыла

Бөгөн унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы. 

Яңы корпусы киләһе йыл асыла
Яңы корпусы киләһе йыл асыла

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Үҙәк мосолмандары диниә назараты резиденцияһында булды. Бында ул уның биләмәһендә төҙөлгән Рәсәй ислам университеты корпусы төҙөлөшөн ҡараны. Ул Туҡай урамында республика ярҙамы менән төҙөлә.

Рәсәй Үҙәк мосолмандары диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй, Шейх-уль-Ислам Тәлғәт Тажетдин белдереүенсә, уҡыу йорто илдәге ете ислам университетының береһе булып тора. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән килгән 850 студент белем ала. Яңы бинаны 2022 йылдың сентябрендә асырға йыйыналар.

Төбәк етәксеһе төҙөлгән корпус биналарын ҡарап сыҡты, бында уҡыу кластары, ятаҡ һәм ашхана бар. Объектты файҙаланырға тапшырыр өсөн эске биҙәү эштәрен тамамларға һәм инженер системаларын монтажларға кәрәк.

Радий Хәбиров белдереүенсә, бөтә эштәрҙе ваҡытында тамамларға, шулай уҡ тирә-яҡ биләмәһен төҙөкләндерергә кәрәк. Республика был йәһәттән ярҙам итергә әҙер.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: