Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Декабрь 2021, 15:44

Өфө мәҙрәсәһенән – донъя университетына

vk.com
Фото:vk.com

Имамдар һәм дин белгестәре әҙерләгән Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәнең дипломы “Әл-Әзһәр” ҡарамағындағы Ислам ғәмәлдәре институтының урта белем биреү аттестатына тиңләштерелде. Өфөләге был колледж –  әлегә илебеҙҙә ошондай статуслы тәүге һәм берҙән-бер уҡыу йорто.

“Һөҙөмтәлә хәҙер беҙҙең алдынғы шәкерттәргә, Ислам ғәмәлдәре институтының аттестатын алыу өсөн Ҡаһирәгә барып, өс йыл уҡырға кәрәкмәй. Улар үҙебеҙҙәге мәҙрәсәне тамамлап та, донъя кимәлендәге университет булған “Әл-Әзһәр”ҙең бакалавриатында белем алыуҙы туранан-тура дауам итә ала”, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

Өфө мәҙрәсәһендә уҡытыу кимәленең юғарылығын уның шәкерттәренең халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге уңыштары ла раҫлай. Мәҫәлән, күптән түгел Ислам дисциплинаһы буйынса  Бөтә Рәсәй олимпиадаһының Ҡазанда үткән төбәк турында еңеүҙәр яуланды: Ҡөрьән хафизы Йософ Рамаҙанов “Пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошон һүрәтләп биреү” номинацияһында беренсе урын алды, уның йәштәше Эмиль Хөбөтдинов иһә – “Ислам хоҡуғы” буйынса икенсе. Ә быға тиклем мәҙрәсә шәкерттәренең береһе Ҡөрьән хафиздары араһында Бишкәктә уҙған халыҡ-ара конкурс номинанты булғайны.

Республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев һүҙҙәренсә, мәҙрәсәнең уңыштары – Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының белем биреү сәйәсәте һөҙөмтәһе. Эксперт мөфтиәт ҡабул иткән эш алымдарының күп планлы булыуын билдәләй: төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары менән берлектә күп йыллыҡ мәғариф проекттары алып барыла, улар киң аудиторияға йүнәлтелгән – йәкшәмбе мәктәптәрендә ғилем туплаған балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем.

–  Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә шәкерттәренә айырым иғтибары аңлашыла. Ул – республика өсөн имамдар әҙерләгән төп мәғариф учреждениеһы. Бында иң яҡшы педагогтар, шул иҫәптән донъя кимәлендәге Ислам үҙәктәренән, мәҫәлән, “Әл-Әзһәр”ҙән уҡытыусылар саҡырыла. Шуға ла һөҙөмтә яҡшы. Ошолай берҙәм көс менән талантлы белгестәр әҙерләп сығарылыр тип ышанам, – ти Руслан Диас улы.

Айнур хәҙрәт Бирғәлин билдәләүенсә, әлеге еңеүҙәр – Өфөнөң илдә Ислам ғилеме биреү үҙәге булараҡ үҫеше сағылышы.

– Беҙ мәҙрәсә шәкерттәре менән генә эшләмәйбеҙ. Имамдар өсөн дә белем биреү проекттары тормошҡа ашырыла, йәкшәмбе мәктәптәре, йома көнөндә курстар уҙғарыла. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ араһындағы хеҙмәттәшлек арҡаһында уҡытыуҙа берҙәм алым булдырыуға өлгәштек, – ти мөфтөй.

Дилбәр ИШМОРАТОВА 

Читайте нас: