Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Февраль 2022, 13:30

Владыка Никонға - юғары награда

"Һеҙ беҙҙең өсөн күп йылдар дауамында республикабыҙҙа милләт-ара һәм конфессия-ара тотороҡлоҡто, тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты һаҡлауға булышлыҡ итеүсе дини лидерҙарҙың береһе булып тораһығыҙ", - тине Радий Хәбиров.

Владыка Никонға - юғары награда
Владыка Никонға - юғары награда

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә, ниһайәт, оффлайн тәртиптә үтә. Был коронавирус буйынса хлдәрҙең тотороҡлана башланыуы тураһында һөйләй. Шулай уҡ кәңәшмә тағы бер күңелле ваҡиға менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Владыка Никонды 4-се дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орден менән бүләкләне. Был юғары дәүләт наградаһын уға биреү тураһындағы бойороҡҡа күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

– Һеҙгә был награданы тапшырыу минең өсөн оло хөрмәт. Һеҙ бына 30 йылдан ашыу Өфөнөң Рус православие сиркәүе кафедраһына етәкселек итәһегеҙ. Был ваҡыт эсендә барыһы ла үҫешә, бик күп яңы мәхәлләләр барлыҡҡа килә, өс яңы епархия барлыҡҡа килде. Һеҙ беҙҙең өсөн күп йылдар дауамында республикабыҙҙа милләт-ара һәм конфессия-ара тотороҡлоҡто, тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты һаҡлауға булышлыҡ итеүсе дини лидерҙарҙың береһе булып тораһығыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Владыка Никон үҙ сиратында Президент Владимир Путинға һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа юғары дәүләт наградаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ғүмерем Башҡортостанда үтте, тип әйтә алам. 32 йыл бында йәшәйем һәм бер көн дә үкенмәнем. Мин республикабыҙ халҡын, тәбиғәтен яраттым. Башҡортостан минең тәүге өйөмә әйләнде тиһәң дә була.  Был награданы шәхсән үҙемдеке тип түгел, ә республиканың бөтә православие руханиҙарының наградаһы тип ҡабул итәм. Бөгөн республикалағы барлыҡ традицион конфессиялар ҙа сәскә ата. Беҙ туғандаш мосолмандар һәм йәһүдтәр менән Башҡортостанда тыныс тормош булһын өсөн күп көс һалабыҙ, – тине Никон.

Ул шулай уҡ республикала йәшәүселәргә Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Етәксебеҙ Радий Хәбировҡа ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү, уларға торлаҡ һәм аҙыҡ биреү тураһында ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: mkset.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: