Бөгөн - Ураҙа байрамы. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын ҡотланы. Уның тәбрикләү телмәрендә былай тиелә:
"Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыу һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Мосолмандар донъяһында иң әһәмиәтле һәм хөрмәтле байрамдарҙың береһе диндарҙар рухының көсөн, изгелек һәм миһырбанлыҡ, яуаплылыҡ һәм түҙемлек кеүек юғары идеалдарға мөрәжәғәт итеүҙе символлаштыра.
Мосолман руханиҙары Башҡортостандың йәмәғәт тормошонда мөһим роль уйнай, конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә. Республика етәкселеге хөрмәтле дини лидерҙарыбыҙҙың һүҙҙәренә һәр саҡ иғтибар менән ҡарай. Улар йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, социаль кәмселектәргә, экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы тороуҙа әүҙем ярҙам итә.
Беҙ халыҡтар дуҫлығын, бөтә конфессияларҙы берләштереү ынтылышын юғары баһалайбыҙ. Бергәләп яҡлауға һәм ярҙамға мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Донбасстың туғандаш халҡына бөтә ил менән булышлыҡ итәбеҙ. Гуманитар ярҙам ойоштороуҙа, ҡасаҡтар тураһында хәстәрлек күреүҙә республикабыҙҙың мосолман өммәте лә әүҙем ҡатнаша.
Барлыҡ ислам динен тотоусыларға изге эштәре, мөһим башланғыстарына ярҙам иткәндәре өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм! Ураҙа байрамы һәр йортҡа шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм үҙ-ара аңлашыу алып килһен, күңелдәребеҙгә йылылыҡ тулһын.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.”
Кисә төнгө 12-нән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙма ҡалдырҙы. Унда ул мосолмандарҙы Ураҙа байрамы менән тәбрикләне.
“Мосолмандар өсөн изге, исламда иң боронғо һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе – Ураҙа байрамы башланды.
Башҡортостанда төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре йәшәй. Иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, күп быуаттар дауамында бергәләп республикабыҙ һәм бөйөк Рәсәй мәнфәғәтендә хеҙмәт итәбеҙ. Дуҫтарыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм йолаларын ҡәҙерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, балаларыбыҙҙы ла шуға өйрәтәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ васыят иткән тыныслыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлайбыҙ. Дуҫлығыбыҙ, уртаҡ яҙмышыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла һаулыҡ, изгелек һәм бәхет теләйем. Һәр кемдең күңелендә тыныслыҡ булһын.
Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.