Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Декабрь 2022, 14:00

Яҡын кешең вафат булһа, нимә эшләргә?

Тормош булғас, барыһы ла була. Туғаныңдың, яҡыныңдың вафаты – ҡайғылы хәл. Шул ауыр ваҡытта күптәр, ғәҙәттә, юғалып ҡала, нимә эшләргә белмәйенсә аптырай. Бындай осраҡта иң беренсе нимә ҡылырға һуң?

Яҡын кешең вафат булһа, нимә эшләргә?
Яҡын кешең вафат булһа, нимә эшләргә?

Ришат хәҙрәт Ҡурамшин кәрәкле кәңәштәрен бирә. Быларҙы белеү ҡамасау итмәҫ.

“Туғанығыҙ өйҙә йән биргән икән, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен йәки ауыл фельдшерын һәм полиция хеҙмәткәрен саҡырырға кәрәк. Улар килгәнсе кеше нисек, ҡайҙа йән биргән – әлегә шул хәлдә ҡалдырыла (асыҡ ҡалған күҙҙәрҙе генә бармаҡ менән ябып ҡуйырға мөмкин). Килгән медицина хеҙмәткәре үлем осрағын раҫлай, ә участковый йән биргән кешенең үлем сәбәбендә көс ҡулланыу булмағанлығын раҫлаған документ төҙөй.

Улар килеп киткәс, мәрхүмдең кәүҙәһен, ғәҙәттә, түр бүлмәнең уртаһына карауатҡа йәки башҡа шундайыраҡ урынға аяҡтарын ҡиблаға табан һуҙып ятҡыралар ҙа өҫтөн аҡ тауар менән ҡаплап ҡуялар. Дауаханала үлгән кешене, ғәҙәттә, моргҡа күсерәләр, туғандары уны һуңынан өйөнә алып ҡайта. Һәр осраҡта ла унда кешенең үлем сәбәбе яҙылған белешмә алынырға тейеш – ул зыяратта ерләргә рөхсәт алыу өсөн кәрәк. Туғанығыҙ шәмбе йәки йәкшәмбе вафат булған осраҡта, дауаханала дежур табип ваҡытлыса белешмә яҙып бирә (унда ла мисәт булырға тейеш), ә аҙна башында ваҡытлыса бирелгән белешмәне ысын (төп нөсхә) белешмәгә алмаштырып алырға була.

Әлбиттә, яҡын кешенең вафаты тураһында туғандарға, күршеләргә һәм дуҫтарға хәбәр ебәрелә. Улар, ғәҙәттә, рухи һәм матди ярҙам күрһәтә, ауыр ваҡытта терәк була, хәлдәренән килгәнсә булыша. Шулай ҙа мәрхүмде динебеҙҙә ҡаралған тәртип-йолаһын үтәп һуңгы юлға оҙатыу – дин әһелдәренең эше. Шуға күрә үҙегеҙ йәшәгән мәхәлләләге мәсеткә барып, имам һәм зыярат мөдире менән һөйләшергә, һуңғы юлға оҙатыу тәртибен һораштырырға кәрәк.

Иң беренсе мәсьәлә – ҡәбер өсөн урын алырға кәрәк. Унан ҡәбер ҡаҙыу, мәрхүмде йыуыу, кәфенләү мәсьәләләре һөйләшелә. Ҡәбер ҡаҙыусыларҙы табыу – туғандар эше. Ауыл ерендә был эште күршеләр, ауылдаштар ҙа башҡара ала, ҡалала ритуаль хеҙмәткә мөрәжәғәт итергә мөмкин (телефон номеры зыярат мөдирендә була). Йыуыу-кәфенләү тигәндә, әгәр мәрхүм ир кеше булһа, был эште мәхәллә мәсете вәкилдәре башҡара ала (имам менән һөйләшелә). Ҡатын-ҡыҙ мәрхүмә булһа, имам был эште башҡара белгән абыстайҙарҙың телефон номерын бирер. Йыуған, кәфенләгән кешеләргә рәсми түләү ҡаралмаһа ла, саҙаҡа итеп хаҡын бирергә кәрәк, сөнки был еңел хеҙмәт түгел.

Ҡайһы саҡта кеше көтмәгәндә, кинәт үлеп китә. Туғандарының ни кәфенлеге, ни башҡа кәрәкле әйберҙәре булмай. Бындай осраҡтарҙа мәсеткә мөрәжәғәт итергә кәрәк: күп осраҡтарҙа уларҙа әҙер киҫелгән кәфенлек тә, ҡәбергә төшөрөү өсөн сөлгө-таҫтамалдар ҙа, кәрәк булһа – ләхет таҡталары ла була.

Мәрхүм кешене йыуып-кәфенләгәс, имам һәм дин әһелдәре ҡыҫҡаса кәңәш-нәсихәт биреп, Ҡөрьән уҡый, тейешле доғаларҙы ҡыла. Унан мәрхүмде зыяратҡа алып китәләр. Унда ирҙәр генә бара. Ҡатын-ҡыҙҙар өй йыйыштыра, бер-ике абыстай Ҡөрьән уҡып, мәрхүм рухына бағышларға мөмкин.
Зыярат – һәр кешенең был донъялағы һуңгы йорто. Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел. Яҡындарыбыҙ ерләнгән урындарҙы онотмайынса, тәртиптә лә тоторға, улар рухына доғалар ҡылырға һәм ғибрәт алырға кәрәк”.

“Доғалы йорт” төркөмөнән. Сығанаҡ: https://vk.com/im?peers=c53_c52&sel=166873706&w=wall439417127_2107

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: