Сәләх ауылы халҡы үҙ көстәре менән иман йорто төҙөүгә ирешкәйне. Бөгөн унда төрлө дини байрамдар уҙғарыла, һәм иң мөһиме, йәш быуынды иманға ылыҡтырыусы төрлө саралар ойошторола. Шуларҙың береһе - Сәләх ауылы мәсете имамы Айбулат Иҫәнбаев ойошторған балалар өсөн конкурс.
Балалар "Фәтихә" сүрәһен һәм өҫтәмә сүрәләр ятлау, ислам дине турыһындағы һорауҙарға яуап биреү буйынса көс һынашты. Бер нисә көн алдан Нәзифә Иҫәнбаева әҙерләү дәрестәре үткәргән ине.
Ҡыҙҙырҙы баһалауҙа Айзилә Шәрипова ҡатнашты.
Малайҙарҙың белемдәрен Венер хәҙрәт Шәрипов, Динар Рәмов тикшереп, өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе.
Еңеүселәр, призлы урын яулаусылар иҫтәлекле бүләктәр алды. Бағымсы Динар Рәмовҡа ҙур рәхмәт!
Ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләргә коллектив намаҙ уҡырға килгән апайҙарға, Йомағужа ауылы имамына ла рәхмәт!
Балаларға сүрәләрҙе онотмай ҡабатлап, ятлап йөрөргә, тәһәрәт алыу, намаҙ тәртиптәрен онотмауҙарын теләйбеҙ.
Яҙма һәм фотолар: vk.com/salyakh_2017