Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Март 2023, 23:00

Бәрәат кисе: доғала булайыҡ!

"Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, тигән Аллаһ Тәғәлә. Бөгөнгө изге кистең бөйөклөгө, хикмәттәре хаҡында - яҙмала.

Бәрәат кисе: доғала булайыҡ!
Бәрәат кисе: доғала булайыҡ!

Бөгөн, ҡояш байығас, Бәрәат кисе башланды. Ул шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай төндә инә һәм ҡояш ҡалҡҡансы дауам итә.

“Был мәлдә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡ­ҡансы кешелек донъяһына рәхмәт­ле­лек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһ­тарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңы­лыш­лыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сик­кән­дәрҙең тәненә – шифа, йәненә тын­ғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ.

Был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмы­шы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә.

Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кем­деңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббы­быҙҙан атай-әсәйебеҙгә, бала­ларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡын­дарыбыҙға, үҙебеҙгә хә­йерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммә­беҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.

Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғә­ләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһ­тарын ярлыҡа­уын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китап­тарҙа әйтелгәнсә, был кистә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауап­лы. Мосолмандар элек-электән был кисте бергә үткәрергә тырышҡан, ҡунаҡҡа саҡырышҡан.

Изге кистә доғала булайыҡ, ҡәрҙәштәр. Теләктәребеҙ тормошҡа ашһын!

Фото: islam.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: