Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Апрель , 23:00

Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра

Бөгөн Ғәйеткә ике мәсеттә лә - "Нуршәриф" һәм  "Хәлфетдин"гә - ихлас күңелле ауылдаштар йыйылды.

Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра

Яңы Усман ауылын йәмләп ике мәсет -  "Нуршәриф" һәм  "Хәлфетдин" ултыра. Бөгөн Ғәйеткә ике мәсеттә лә ихлас күңелле ауылдаштар йыйылды.

Быйылғы Рамаҙан айында ир балаларҙың күпләп ураҙа тотоуы, ифтар мәжлестәрендә ихлас ҡатнашыуы, бөгөн байрамға ла  йыйылышып килеүе, бер-береһе менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуы беҙгә, ололарға, оло ҡыуаныс. Тимәк, иншаллаһ, Тарыуал ауылының киләсәге өмөтлө.

"Хәлфетдин" мәсете ҙур, яҡты, йылы, ҡатын -ҡыҙҙарға, ир-атҡа айырым бүлмәләре бар. Унда йома намаҙҙары даими үтеп тора.

Ауыл халҡының бер өлөшө бөгөн Ураҙа байрамына тап бында йыйылды.   

Ғәйет намаҙына килгән бер тиҫтер үҫмерҙәр вәғәздәр тыңланы, намаҙ уҡыны, сәждә ҡылды. Иман нуры балаларыбыҙҙың күңелдәрендә ныҡлы урын алһын, киләсәктә лә сафлыҡтан тайпылмаһындар ине.

Бөгөнгө байрамда иртүк барып тәмле аш  бешергән Фирҙәүес, Раушания апайҙарға, өҫтәл әҙерләшеүсе уҡыусы ҡыҙҙарға, һәр ҡатнашыусыға изгелектәренең сауабын насип итһен.  

Төп байрам сараһынан һуң башланғыс класс уҡытыусыһы Йосопова Зөлфирә һәр йәшкә яраҡлы итеп уйындар ойошторҙо, ҡатнашҡан балалар бүләктәр алып ҡыуанды. Ғөмүмән алғанда, мәҙәниәт, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡытта ла  бар сарала, эштә башлап йөрөй.

Уҡытыусылар сиратлап ифтар мәжлестәре үткәрҙе. Шулай уҡ коллектив менән мәсеткә  һауыт-һаба, көнкүреш кәрәк-ярағы алдылар.
Ҙур байрам дөйөм көс менән атҡарылды – был ауыл халҡының берҙәмлегенә, татыулығына тағы бер миҫал.
Ураҙа ғәйете, байрамыбыҙ мөбәрәк булһын.

Авторы: Рузалиә Ҡаһарманова.  

 

Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Ауылды йәмләп ике мәсет ултыра
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: