Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Август , 07:00

Иртәнсәк торғас та уҡыла торган доға

Мосолман иртән уянғас, түшәгенән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”, тип торорға тейеш. "Һаулыҡ һәм сәләмәтлек менән тағын бер көнгә кереткән Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен", — тип тә доға ҡылырға мөмкин.

Иртәнсәк торғас та уҡыла торган доға
Иртәнсәк торғас та уҡыла торган доға

Мосолман иртән уянғас, түшәгенән بِسْمِ اللهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”, тип торорға тейеш. Унан һуң, ошо доға уҡыла:

الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِى أَحْيَانَا بَعْدَ مَآ أَمَاتَنَا وَإِلَيْهِ الْبَعْثُ وَالنُّشُورُ “Әл-хәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәгъдә мәә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғъсү вән-нүшүүр” (беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр).

Был доғаны белмәгәндәргә:

"Һаулыҡ һәм сәләмәтлек менән тағын бер көнгә кереткән Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен", — тип тә доға ҡылырға мөмкин.

Хәйерле иртә һәммәгеҙгә!  

Сығанаҡ: "Ислам вә иман" китабынан.

api.rbsmi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: