Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Октябрь , 06:00

Мөжәүир хәҙрәттең көслө доғаһы

Беҙҙең халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт доғаһы исеме менән йөрөгән доға – ул берәй теләк, йә берәй нәмәгә мохтаж, йә ярҙам кәрәк булғанда уҡыла торған доға.

Мөжәүир хәҙрәттең көслө доғаһы
Мөжәүир хәҙрәттең көслө доғаһы

Мөжәүир хәҙрәттең көслө Доғаһы.
Беҙҙең халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт доғаһы исеме менән йөрөгән доға – ул берәй теләк, йә берәй нәмәгә мохтаж, йә ярҙам кәрәк булғанда уҡыла торған доға. Был доға хаҡында Ислам динебеҙҙә хәҙистә бар. Был доғаны хәжәт намаҙы ваҡытында ҡуланып Аллаһ Тәғәләнән һораһаң, иншаАллаһ, теләгең ҡабул булыр. Ошо хәҙистә әйтелә: (1279) — Аллаһ рәсүле, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм әйтте:

السؤال : مر بي وأنا أقرأ في صحيح الجامع الصغير حديث (1279) (اللَّهُمَّ إنِّي أسْألُكَ وأتَوَجَّهُ إلَيْكَ بِنَبِيِّكَ مُحَمَّدٍ نَبِيِّ الرَّحْمَةِ يا مُحَمَّدُ إنِّي تَوَجَّهْتُ بِكَ إلى رَبِّي في حاجَتِي هَذِهِ لِتُقْضَى لِي اللَّهُمَّ فَشفِّعْهُ فِيَ) وقد أشكل علي فهم الحديث ، فهل يكون فيه دليل لمن يتوسلون بالأموات من عبّاد القبور ونحوهم ؟ وكيف يجاب عن هذا الحديث ؟

«Аллааһүммә инниии әсъәлүкә, үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти! * Йәә Мүхәммәдү инниии тәүәжжәһтү бикә иләә Раббии фии хәджәтии һәҙиһи литүҡҙаа лии * Аллааһүммә фәшәфиғһү фии».
Мәғәнәһе: Аллаһым, ысынбарлыҡта мин Һинән һорайым. Һинең пәйғәмбәрең Мөхәммәд менән, рәхмәтең пәйғәмбәре менән үҙемдең был ихтыяждарымды күтәреп Һиңә йүнәләм. Ошо ихтыяждарым миңә файҙалы рәүештә ҡәнәғәтләндерелһең ине. Ул миңә шәфәғәтсе булһын ине.
Ә беҙҙең интернет социаль селтәрҙә Мөжәүир хәҙрәт доғаһы тип ошо доға йөрөй, был шул уҡ доғаның ҡыҫҡаҡ варианты:
اللَّهُمَّ إنِّي أسْألُكَ وأتَوَجَّهُ إلَيْكَ بِنَبِيِّكَ مُحَمَّدٍ نَبِيِّ الرَّحْمَةِ في حاجَتِي هَذِهِ لِتُقْضَى لِي اللَّهُمَّ فَشَفِّعْهُ فِيَ
«Аллаһүммә иннии әсъәлүкә үә әтәүәджжәһү иләйкә бинәбиййиикә Мүхәммәдин-нәбиййиир-рахмәти фии хәәджәти һәҙиһи литүҡҙаа лии фәшәффиғһү фии».
Бында ж хәрефе дж тип уҡыла, бер хәреф, ә литүҡҙаа ла ҙ хәрефе дҙ тип, бер өн хәреф менән ҡаты уҡыла. Ҙ— ны ҡаты итеп дҙ һымаҡ әйтәләр. Ғәрәпсә уҡыуҙа, әгәр һөйләмдең берәй ерендә туҡталыш яһаһаҡ, мәҫәлән: ... рәхмәти, һуңғы хәреф уҡылмай – рәхмәт кенә була, әгәр туҡтамай уҡыһаҡ, и хәрефен ҡушып дауам итәбеҙ.
Риүәйәт
Усман ибн Хунайф, Аллаһ уға риза булһын, ҡалдырған һүҙҙәренән риүәйәт: Бер мәле пәйғәмбәр ﷺ әфәндебеҙ эргәһенә һуҡыр бәндә килде. Һәм пәйғәмбәребеҙгә ﷺ мөрәжәғәт итеп үтенде: « Зинһар Аллаһ Тәғәләгә шундай теләк менән мөрәжәғәт ит әле, Ул мине, күҙем һуҡырлығынан ҡотҡарһын». Уға яуап итеп пәйғәмбәр ﷺ әйтте: «Әгәр теләһәң, мин шундай доға менән мөрәжәғәт итәм, ә үҙең түҙемле булырға тырыш, сөнки һиңә был яҡшыраҡ булыр». Һуҡыр бәндә әйтте: «Доға менән Уға мөрәжәғәт ит», һәм шул ваҡытта, пәйғәмбәр ﷺ, уға Аллаһының сәләме булһын, һуҡыр кешегә тәһәрәт алырға ҡушты һәм Аллаһыға ошондай доға менән мөрәжәғәт итте: «Йә Аллаһ, ысынбарлыҡта, мин Һинән һорайым һәм мөрәжәғәт итәм һәм пәйғәмбәрең Мөхәммәд аша Һиңә, ...!».
Пәйғәмбәр әфәндебеҙҙең дәүерендә, уға Аллаһының сәләме һәм рәхмәте булһын, унан Аллаһыға шундайыраҡ доғалар менән мөрәжәғәт ит, тип һорағандар. Мәҫәлән, ҡоролоҡ ваҡытында, уның сәхәбәләре һорауы буйынса Аллаһынан ямғыр һораған. Бындай үтенес менән мөрәжәғәт итергә рөхсәт ителә динле кешеләрҙән доға ҡылыуҙарын теләп, тик мәрхүмдәрҙән һорамағыҙ.
Ошо доғаны хәжәт намаҙында теләгең үтәлһең үә ҡабул булһын өсөн нисегерәк ҡуланырға?
Күңелендә бер теләге, маҡсаты булған кеше был теләге тормошҡа ашһын өсөн йәстү намаҙынан һуң (төнөн ҡылған намаҙҙар иң хәйерлеһе), тәһәрәтле килеш ике, йә дүрт (ун рәҡәғәтҡә тиклем, икешәр рәҡәғәттән биш тапҡыр уҡырға мөмкин) хәжәт намаҙы уҡыр. Намаҙҙан һуң пәйғәмбәребеҙгә салауат үә сәләм әйтер. Теләге ысынға ашһын өсөн Аллаһ Тәғәләгә доға үә ниәт ҡылыр. Бында теләктең насар булмауы шарттыр.
Хәжәт намаҙына: илләһи ниәт ҡылдым Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн үтәргә хәжәт намаҙҙын, хәлисән лиллааһи Тәғәлә, Аллаһү Әкбәр.
Намаҙ бөткәндән һуң Аллаһыға хәмде-ҫәнә әйтелер:
Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәләмиин. Сүбхәәнәллаһил ғәҙыйм үә бихәмдиһи.
Пәйғәмбәргә салауат-сәләм әйтелер:
Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә үә нәбиййинәә Мүхәммәд
Унан һуң өҫтәге теләк доғаһы уҡылыр:
«Аллааһүммә инниии әсъәлүкә, үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти! * Йәә Мүхәммәдү инниии тәүәжжәһтү бикә иләә Раббии фии хәджәтии һәҙиһи литүҡҙаа лии * Аллааһүммә фәшәфиғһү фии».
Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Мин Һинән үтенәм һәм Һиңә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт пәйғәмбәре һәм Һин минең теләк-ихтыяжымды тормошҡа ашыр. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм аша Һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».
Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: