Ураҙа тоторға мөмкинлек бирмәгән төрлө сирҙәре булыуға ҡарамаҫтан, бәғзе берәүҙәр Рамаҙан айының ғәмәлдәрен үтәргә тырышып, ярамаһа ла, асығып йөрөй. Был дөрөҫ түгел.
"Ашҡаҙан сиренән яфаланам. Шулай ҙа ураҙа тотоп киләм әле. Дарыуымды сәхәр һәм ифтар мәлендә ҡабул итәм, көндөҙ ауыртыныуҙарға нисек тә сыҙарға тырышам. Аллаһ риза булыр", - тигән гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Уға дини китаптар, дини остаздарыбыҙҙың әйткәндәре нигеҙендә яуап бирәбеҙ: "Хәҙер ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны диндарлыҡ түгел, ә Аллаһ күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк".
Бик теләгән хәлдә лә, ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына кеше Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Раббыбыҙ биргән еңеллектәрҙән файҙаланайыҡ, Ул тыйғандарҙан тыйылайыҡ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ!
22 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).