Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
26 Март , 21:00

Тәрәнгә еткәс, улын һыуға ташлата...

Бөгөн Ҡәҙер төнө инеүе ихтимал. Доғала булайыҡ! 

Тәрәнгә еткәс, улын һыуға ташлата...
Тәрәнгә еткәс, улын һыуға ташлата...

Ислам ҡушыуынса, әҙәм балаһы, айырыуса көслө зат вәкиле тәү сиратта һөнәр белергә тейеш. Был йәһәттән бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп үтәйек.

Батша улын күпмелер ваҡытҡа остаз­ ҡарамағына тапшыра. “Уға барлыҡ ғилемде, һөнәрҙе өйрәтегеҙ”, – ти. Бер аҙҙан улынан һынау алырға үҙе килә. “Бына күрерһегеҙ: бары­һына ла өйрәнде”, – тип ҡәнәғәтлек менән ҡаршы ала батшаны остаз.

Һынауҙың башында уҡ атай кеше күмәкләп диңгеҙгә сығырға тәҡдим итә. Кәмәгә ултырып китәләр. Һыу ятҡылығының тәрәнерәк урынына еткәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Бала бата башлай. Хеҙмәтселәр уны кире тартып сығара. “Барыһын да белә тигән булаһың. Ә ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Әҙәм балаһы ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән ала. Ә йөҙә белмәһә, уны кем ҡотҡарыр?”

Һөнәрле ҡулда - бәрәкәт, тиелә динебеҙҙә. Ислам хеҙмәт һөйгәнде ярата. Ураҙа мәлендә лә ялҡауланып, ҡояш тиҙерәк байығанын көтөп йөрөү - гонаһ. Мосолман һөнәр белергә, белмәгәнен өйрәнергә ынтылырға, һәр ваҡыт хеҙмәттә булырға тейеш. Изге айҙы яҡшы эштәр менән үткәрәйек.

Иртәгәгә, 27 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Билдәле булыуынса, Рамаҙандың һуңғы ун көнлөгөндәге таҡ һанлыларҙың береһендә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө көтөлә. Доғала булайыҡ. 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: