Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Март , 20:45

"Килен менән икегеҙҙе саҡырҙым..."

Улын көткән әсәй уға бүләк ҡалдырып үлеп китә... 

"Килен менән икегеҙҙе саҡырҙым..."
"Килен менән икегеҙҙе саҡырҙым..."

Заманында бер ғалим үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше аша һөйләгән. Был ваҡиға күптәргә фәһем бирер, уйландырыр.

Бер ваҡыт ир ҡатынына: “Әйҙә, ресторанға барып киләйек, – ти. – Рәхәтләнеп ял итербеҙ. Улайтып йөрөргә ҡасан ваҡыт табылыр әле?”

Хәләл ефете иһә һис көтмәгәндә тәҡдимдән баш тарта.

– Юҡ, – ти ул. – Ресторанға бөгөн икенсе ҡатын менән барыуыңды һорайым.

Ир кеше аптырауға ҡала.

– Нисек инде улай? – тип ҡыҙып китә. – Мин ундай ир түгел. Һәм, ғөмүмән, ниндәй ҡатын хаҡында һүҙ барыуы мөмкин?!

– Ул – һинең әсәйең, – тип тыныс ҡына яуаплай ҡатыны. – Ҡәйнәм хаҡында уйлайым да һинең тәҡдимеңде бер нисек тә ҡабул итә алмайым. Әсәйең өсөн ҡасан ваҡыт бүлгәнең бар? Һөйләшеп ултырырға ла, ял итергә лә саҡырғаның юҡ. Бөгөн ошо хатаңды төҙәт.

Ир ҡапыл тынып ҡала. Ғәйепле йөҙ менән ғәзиз кешеһенең телефон һандарын йыя: “Әсәй, әйҙә, икәүләп ял итеп, һөйләшеп алайыҡ. Һине ресторанға саҡырам. Йыйына тор, оҙаҡламай килеп етермен”.

Әсәй кеше шаҡ ҡата, ишеткәненә бер килке ышана алмай тора: “Ысынды һөйләйһеңме ул, улым?” Ыңғай яуап алғас, йәһәтләп, осоп йөрөп тигәндәй йыйына башлай.

Ресторанға киләләр. Икеһенең дә шатлығының сиге юҡ. Әсәй кеше айырыуса ныҡ һөйөнә. Ҡәҙерле улы уның өсөн ваҡыт тапты бит! Ресторанда нимә ашатһалар ҙа, нисек хеҙмәтләндерһәләр ҙә, риза әсә. Бындай күркәм бинала түгел, хатта ки иҙәндә йәки урамдағы эскәмйәлә ултырһалар ҙа, бәхетенең сиге булмаҫ ине. Иң мөһиме – улы эргәһендә.

– Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән айырмаһын үҙеңде, балам, – тип изге теләген еткерә әсә. – Үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойҙом бөгөн.

– Бында тағы ла килербеҙ бит, әсәй?

– Иншаллаһ, шулай булһын. Тик икенсе мәртәбә мин һине үҙем саҡырырмын.

Улы риза була. Көндәр, айҙар үтә. Әсә кеше улын ресторанға бер нисә ҡат саҡырһа ла, уныһы һис ваҡыт таба алмай. Төрлө сәбәп сығып ҡына тора. Шулай көн артынан көн үтеп, әсәй кеше ауырып үлеп китә...

Күпмелер ваҡыттан иһә улына әлеге ресторандан саҡырыу ҡағыҙы килә. Ике кешелек урын. Алдан түләнгән. Быны кемдең эшләүе ихтимал?

Ғәжәпкә ҡалған ир, ҡатынын алып, ресторанға китә. Теге юлы әсәһе менән ултырған өҫтәл янына барһалар, унда хат ята икән. “Ҡәҙерле улым!..

– Был һүҙҙәрҙе уҡыу менән күҙҙәренән йәш атылып сыға ирҙең. – Мин һине ошо урынға саҡырырға вәғәҙә биргәйнем. Әммә һинең ваҡытың булманы. Әйткәнемде нисек тә үтәү өсөн килен менән икегеҙҙе саҡырырға ниәт иттем..."

Әсәй һәм атай өсөн уҡый торған доғаларҙың икәүһен тәҡдим итәбеҙ:

1. "Раббым! Мине, атай-әсәйемде һәм иман килтергән бөтә кешеләрҙе хисап көнөндә ярлыҡа" ("Ибраһим" сүрәһенән).

2. "Раббым! Улар мине бала саҡта тәрбиәләп үҫтергән кеүек, Һин дә уларға рәхимлек ҡыл" ("Әл-Исра" сүрәһенән).

Иртәгәгә, 7 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас