Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март , 01:40

“Ирем ифтар табындарына ебәрмәй”

Мин бит “гулять” итеп, эсеп йөрөмәйем. Изге, дин юлындамын. Ирем мине ошолай тыя аламы?

“Ирем ифтар табындарына ебәрмәй”
“Ирем ифтар табындарына ебәрмәй”

Ауылда йәшәгән танышым мөрәжәғәт итеп кәңәш һораны. Әйҙәгеҙ, уға бергәләп яуап биреп ҡарайыҡ.

“40 йәшкә тиклем дингә бик иғтибарым булманы. Ә һуңғы йылдарҙа тартыла башланым. Быға бәлки социаль селтәрҙәр сәбәпсе булғандыр. Артистар, блогерҙар, билдәле кешеләр ураҙа тота, матур итеп ифтарҙар үткәрә. Баҡһаң, күптәр – ауылдаштар, күршеләр, әхирәттәр ҙә ураҙала икән. Шулар менән бергә мин дә тота башланым, ифтарҙарға саҡыра башланылар. Тәүҙә туғандар саҡырып алды, аҙаҡ әхирәттәр, күршеләр әйтте. Ауылыбыҙҙа ошондай матур йоланың булыуына бик ҡыуанып, рамаҙан айын көтөп ала башланым. Хәҙер көн һайын тиерлек табындар. Ай башында уҡ көндәрҙе бүлешеп алабыҙ – кем ҡайһы көнгә әйтә, хатта сират кеүек нәмә булдырҙыҡ. Күптәр өйөнә әйтә, ҡайһы берәүҙәр берләшеп мәсеткә лә саҡыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, күңелле.

“Бәлә” көтмәгән яҡтан килде. Тәүҙә минең дингә тартылыуыма ҡыуанып ҡараған иремә был оҡшамай башланы. Ул үҙе ураҙа тотмай, әле күңелем менән барып етмәнем ти. Шулай ҙа туғандар саҡырғанда минең менән бергә табындарға барыштыра ине. Ә инде күршеләр, әхирәттәр араһында үҙебеҙ генә, ирҙәрһеҙ йөрөйбөҙ. Былай рәхәтерәк тә: айырым табындар әҙерләү ҙә кәрәкмәй, ҡатын-ҡыҙҙың һүҙе лә ирҙәрһеҙ башҡараҡ, үҙебеҙсәрәк.

Тәүҙә яңғыҙ йөрөүемә өндәшмәне. Унда башҡа ирҙәр юҡлығын белә, табында эске-фәлән, күңел асыу юҡ икәнлеген дә аңлай. Тик уға нимәлер оҡшамай. “Һиңә рәхәт, тамағың туҡ, көн дә байрам, көн дә туй” тине. Һөйләнмәһен тип уға һәм балаларға ла тәмле итеп ашарға бешереп китәм, матур күстәнәстәр алып ҡайтам. Тик бынан да ялҡты. “Ай буйына һине өйҙә күрмәйем” тип әйтеп һалды.

Һуңғы көндәрҙә бөтөнләй тауыш сыға башланы. Бер көн хатта бармайһың тип тыйып та маташты. Йәнем көйҙө, шулай ҙа һүҙемде һүҙ итәм тип сығып киттем. Яҡын әхирәтемде үпкәләткем килмәне.

Ә иң йән көйгәне, ошо көндәрҙә ифтарға әйтергә минең сират етә. Ир был турала белмәй. Ҡунаҡ саҡырам тиһәм бөтөнләй йәне көйөрмө икән? Әхирәттәр ҙә көтә, ирем риза түгел тип әйтмәй ҡала алмайым да инде...

Ошо хәлдә кем ғәйепле? Мин бит “гулять” итеп, эсеп йөрөмәйем. Изге, дин юлындамын. Ирем мине ошолай тыя аламы? Артабан үҙемде нисек тоторға? Бәлки, дин йәһәтенән яуап барҙыр?”

Йә, ниндәй кәңәш бирәбеҙ?

Автор фотоһы. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас