Инцидент
10 Ноября 2019, 18:50

Гүр ғазабына тиң юлдарҙа

Юл ғазабы - гүр ғазабы тип юҡҡа әйтмәйҙер халыҡ. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн Сибай-Күсей юлы буйлап йөрөүселәр күптән инде үҙ иңендә татыған. Соҡорло-саҡырлы ташлы юлдарҙа нисәмә йылдар буйы халыҡ ҡына интекмәй, хатта “тимер ат”тар ҙа бирешеп ҡуя.

Юл төҙөү эштәре башланғас, халыҡ бер аҙ тынысланып ҡуйғайны ла, әммә өмөттәре аҡланманы. Юлсыларҙың үҙ эштәренә ҡарата илке-һалҡы ҡарауҙары, эре таштарҙы түгеп, юлда бөтөнләй машина менән йөрөү мөмкинлеге юҡҡа сыҡҡас, Республика Башлығы Радий Хәбировҡа халыҡ хат яҙырға мәжбүр булды. Ниһайәт, боҙ ҡайтанан урынынан ҡуҙғалды. Бөгөн Баймаҡ районында эш сәфәре менән БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов булды һәм район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән берлектә райондың автомобиль транспорт инфраструктураһы объекттары менән танышып, Сибай-Күсей-Хәлил юлын төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе һәм Беренсе Төркмәнгә барған юлда күпер төҙөлөшөн ҡараны.
ФОТО: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас