Инцидент
27 Ноября 2019, 15:00

“Форд” ниңә Үҙәк баҙарға алып барманы?

Урындағы халыҡ “Башавтотранс” предприятиеһы, шулай уҡ шәхси компаниялар күрһәткән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт түгел.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләренә Өфө районы халҡынан ялыуҙар байтаҡ килә. Уларҙың күбеһе пассажир ташыуға ҡағыла. Урындағы халыҡ “Башавтотранс” предприятиеһы, шулай уҡ шәхси компаниялар күрһәткән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт түгел.
Төбәк етәксеһенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе Юрий Высотин әйтеүенсә, Алексеевка ауылы менән Өфө ҡалаһы араһында йөрөгән 115-се маршрут автобусы “Үҙәк баҙар” туҡталышына тиклем барырға тейеш. Әммә “Башавтотранс”тың ошо маршруттағы яңы ун биш “Форд-Транзит” автобусының һуңғы туҡталышы – “Галле исемендәге урам”, тик бер “НефАЗ” автобусы ғына пассажирҙарҙы “Үҙәк баҙар”ға тиклем алып бара. “Йәнә шуға иғтибарҙы йүнәлтмәксемен, 115-се маршрут автобустары пассажирҙарҙы тәғәйен туҡталышта түгел, ә юл буйында төшөрә”, – тип зарлана Юрий Высотин һәм “Башавтотранс” предприятиеһы вәкилдәренән ошо етешһеҙлеккә аңлатма биреүҙе һорай.
Был һорауға Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан яуап бирҙеләр.
– “Башавтотранс” предприятиеһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 115-се маршруттағы “НефАЗ” маркалы автобус көн һайын “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексы менән Тарбеевка араһында йөрөй, ә яңы “Форд” автобустары иһә Өфөнөң “Галле исемендәге урам” туҡталышынан Алексеевка ауылына тиклем бара, – тине ведомствоның матбуғат секретары Юлиә Мәзитова. – Әлегә маршрутты боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. “Форд” автобустары “Үҙәк баҙар”ға тиклем йөрөмәй, сөнки был юл да, туҡталыш та үтә көсөргәнешле. Пассажирҙарҙы тыйылған ерҙә төшөрөү осраҡтары тураһында “Башавтотранс”тың “ҡыҙыу элемтә”һенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ялыуҙа тәртип боҙоу датаһын, ваҡытын, автобустың дәүләт номерын күрһәтеү фарыз.
Фото: ufimnivy.rbsmi.ru
Читайте нас