Благовещен районының Трошкин башланғыс мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәләре белем биреү усағының ябылыуына ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә.
Граждандар сходының социаль селтәрҙәге видеояҙмаһы күптәрҙе борсоуға һалған. Ата-әсәнең әйтеүенсә, 2 декабрҙә уҡыусыларҙы Трошкиндан 11 саҡрымдағы Новонадеждино мәктәбенә илтеү өсөн автобус килгән. Ни өсөн егерме бала уҡыған мәктәп эшмәкәрлеген туҡтатҡан һуң? Ата-әсәгә сәбәбен бер кем дә аңлатып тормаған.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә был хәлде электр ҡаҙанының эштән сығыуы менән аңлаталар. Бынан ике аҙна элек ҡуйылған ҡаҙанға ни булғандыр - билдәһеҙ.
“Иртән бөтә уҡытыусылар Новонадеждиноға эшкә китте, ә балалар аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында өйҙә ҡалды, - ти мәғариф бүлеге начальнигы Елена Куликова. – Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләргә аңлатыу алып барылмаған, быныһы – директорҙың эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе“.
Ҡаҙанды 45 көн эсендә ремонтлап бөтөргә тейештәр. Әммә был аҙаҡ бина мотлаҡ асыласаҡ тигән һүҙ түгел, сөнки күҙәтеү органдары тарафынан мәктәптә уҡыу процесын дауам итеү мөмкин түгеллеге асыҡланған. Илле йыл элек төҙөлгән мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә, тик аҡса юҡ, тиҙәр. Ә был хаҡта уҡыу йылы башланғанға ҡәҙәр билдәле булманымы икән? Күңелһеҙ яңылыҡ менән ата-әсәләрҙе 9 декабрҙә таныштырасаҡтар. Билдәһеҙлек бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәйәсәк, әлбиттә. “Мәктәп ябылһа, ауыл да үләсәк” тип ҡайғыра ауылдаштар. Бынан алда ғына Благовещенда бала табыу йортоноң ябылыуы ла халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны.