Инцидент
14 Января 2020, 18:25

Тупаҡтарҙың түҙемлеге бөткән: балаларын дәрескә ебәрмәгән

Төҙөүселәрҙең ғәйебе арҡаһында, Тупаҡ ауылы балалары Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә башлай алманы. Улар ауылдың клубында, мәсетендә уҡырға мәжбүр булды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы, төҙөлөш эштәре 2018 йылда уҡ башланғайны. 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 140 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы объект 2019 йылдың 1 сентябрендә үҙ ишектәрен асырға тейеш ине. Әммә төҙөүселәрҙең ғәйебе арҡаһында, Тупаҡ ауылы балалары яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә башлай алманы. Улар ауылдың клубында, мәсетендә уҡырға мәжбүр булды. Унда уҡыу өсөн шарттарҙың булмауы, бинаның һыуыҡлығы балаларҙың ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә көнүҙәк проблемаһына әйләнде. Беренсе кластан алып туғыҙынсыға тиклем барлығы 96 уҡыусы бер ниндәй уҡыу шарттары булмаған биналарҙа уҡырға мәжбүр.
Ниһайәт, сыҙамлы ата-әсәләрҙең дә түҙемлеге шартлап һынды: улар балаларын өсөнсө сиреккә дәрескә ебәрмәй, йыйылышҡа йыйылды.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов тупаҡтарға үҙе килеп, хәлде аңлатырға тырышты, балалар ваҡытлыса шундай шарттарҙа уҡыуы хаҡында белдерҙе, яңы мәктәптең тиҙ арала асыласағы хаҡында еткерҙе. Ысынлап та, тупаҡтарҙың теләге һәм хыялы тормошҡа ашырмы, уныһын ваҡыт күрһәтер...
Фото: Тупаҡ ауылы сайтынан.
Читайте нас