Күптән түгел “Инцидент” порталына Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылынан мөрәжәғәт икәндәр, республика властарына, февраль айынан һыу тәьминәтендә етди проблемалар бар, ярҙам итегеҙ, тип белдергәндәр.
Һыуҙың тотороҡһоҙ тәьминәте, ваҡыты менән юғалып тороуы, әлбиттә, көндәлек тормошта ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра: көнкүреш техникаһын эшләтеп булмай, һыу йылытыу мөмкинлеге юҡ, гигиена сараларын үтәү ҙә ҡыйын.
“Бигерәк тә пандемия осоронда был мәсьәлә көнүҙәк, сөнки ҡайҙалыр йөрөп килгәндән һуң, запасҡа һыу алып ҡалынмаған булһа, йортта ҡулды ла йыуып булмауы аяныслы”, - тип яҙған көйөргәҙеләр.
Урындағы ауыл хакимиәте башлығы мәсьәләне хәл итә алмағас, кешеләр “Инцидент” порталына яҙырға ҡарар иткән, сөнки башҡаларҙан тыш Шәбағыштағы был йортта инвалид инәй һәм етем граждан да йәшәй икән.
Көйөргәҙе районы хакимиәтендә был проблеманы шунда уҡ иғтибарға алғандар. Асыҡланыуынса, быға тиклем, проблемалар һурҙырғыс иҫкереү сәбәпле тыуып торған, ә 27 майҙа ҡорамал бөтөнләй янып сыҡҡан. 30 майҙа иһә был ауылға тағы ла ҡеүәтлерәк яңы һурҙырғыс килтереп ҡуйғандар.
“Киләсәктә башҡаса һыу менән проблема булмаҫ тип өмөтлөнәм”, - тип белдергән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Фото: lh3.googleusercontent.com