Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
30 Сентябрь 2021, 21:00

Гимназияға резина итекһеҙ барып булмай...

Ата-әсә был хаҡта 6 сентябрҙә мөрәжәғәт иткәс...

Гимназияға резина итекһеҙ барып булмай...
Гимназияға резина итекһеҙ барып булмай...

Быйыл көҙ әллә ни ямғырлы түгел, шуға ҡарамаҫтан, саҡ ҡына яуым-төшөм булыу менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 6-сы гимназия уҡыусылары белем усағына барып етә алмай аптыранған. Сәбәп ниҙә? Баҡтиһәң, ямғыр яуһа, гимназияның алдында ҙур күләүек барлыҡҡа килә икән.

Ысынлап та, был ерҙән резина итекһеҙ үтеү мөмкин түгел. Стәрлетамаҡ халҡы был хаҡта 6 сентябрҙә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә гимназия алдындағы күләүек тиҙ арала юҡҡа сыҡҡан.

"23 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, мәғариф учреждениеһы алдындағы майҙанға асфальт түшәлде, һыу ағып китһен өсөн өҫтәмә улаҡ эшләнек", – тигән яуап килгән Республикаға идара итеү үҙәгенә Стәрлетамаҡтан.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: