Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
15 Март 2022, 17:20

Соҡор күмелгән, фонарҙар яна

Салауат ҡалаһынан алынған мөрәжәғәттәр буйынса тиҙ арала тейешле саралар күрелгән. 

Соҡор күмелгән, фонарҙар яна
Соҡор күмелгән, фонарҙар яна

Салауат ҡалаһынан Маргарита Слетнева социаль селтәрҙә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырған ине: “Ленинград, Губкин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә БашРТС тарафынан ҡаҙылған соҡор авария хәүефе тыуҙыра. Был хәл бер ай инде дауам итә, 112 хеҙмәтенә шылтыратыу ҙа һөҙөмтә бирмәне”.

Был мөрәжәғәт “Инцидент-менеджмент” системаһы тарафынан иғтибарға алынған һәм уның буйынса эш башланған. Һөҙәмтәлә Салауат ҡалаһы хакимиәтенән түбәндәге яуап алынған: “9 мартта Ленинград урамындағы соҡор күмелде. Юлды ремонтлау срогы тураһында әлеге участкала төҙөлөш эштәре алып барған подрядсы ойошманан белешеп, яуап бирәсәкбеҙ”.

Шулай уҡ Салауат ҡалаһында йәшәгән Сергей Багаев 19-сы кварталда яҡтыртыу ҡорамалдары янмауы, был биләмәлә ныҡ ҡараңғы тураһында хәбәр ҡалдырған ине. Был мөрәжәғәткә ҡарата ла хакимиәттән яуап алынған. “28 февралдә кварталдағы яҡтыртыу ҡорамалдары ремонтланды. Уларҙың янмауының сәбәбе сым өҙөлөүҙә булған, линия тергеҙелде”, - тип әйтелә яуап хатында.

Фото: "Иницдент-менеджмент" системаһы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: