Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
19 Март 2023, 13:50

Водитель эскән, таныҡлығы ла булмаған...

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булған.

Водитель эскән, таныҡлығы ла булмаған...
Водитель эскән, таныҡлығы ла булмаған...

Башҡортостан республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм каналында Архангел районында булған юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана тип хәбәр итә.

Ул белдереүенсә, кисә иртән Благовещенка ауылының Үҙәк урамында билдәһеҙ водитель 47 йәшлек ирҙе бәрҙергән һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булған.

"Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре водителде ҡулға алған. Ул ошо ауылда йәшәгән 37 йәшлек ир булып сыҡты, - ти Владимир Севастьянов. - Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән ВАЗ-2199 менән идара иткән һәм ятҡан йәйәүлене тапатҡан. Уны тикшереү һөҙөмтәһендә ҡанында 0.918 промилле алкоголь булыуы асыҡланған. Водителдең машинаға идара итеү өсөн таныҡлығы ла юҡ».

Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, авария буйынса тикшереү бара.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, эскән килеш транспортҡа идара итмәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: