Өфөлә сентябрҙән Республика перинаталь үҙәге базаһында буласаҡ әсәйҙәр өсөн тренинг уҙғарыу буйынса проекты ғәмәлгә ашырыла башланы.
“Хәүефһеҙ бала саҡ” – әсәйҙәрҙе тыуасаҡ баланы һаҡлауға өйрәткән үҙенсәлекле сара. Шуға ла ул йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйткәндәй, проект менән ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов, республика Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы рәйесе Айҙар Халиҡов, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин танышты.
Проект балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатын ҡуя. Беребеҙгә лә сер түгел, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр сабыйын автомобилдә йөрөткәндә махсус кресло ҡулланмай. Проект иһә ҡағиҙәне һанламауҙың күңелһеҙ эҙемтәгә килтереүен алдан иҫкәртеү сараһы булып тора. Бала табыу йортонда уҡ аңлатыу эше алып барыу яҡшыраҡ буласаҡ тип иҫәпләй уны ғәмәлгә ашырыусылар.
Былтыр республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 439 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шул иҫәптән 21 бала һәләк булған. Бындай бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһендә ололар ғәйепле. Мәҫәлән, быйыл балалар ҡатнашлығында 327 авария теркәлһә, уларҙың 14-е һәләк булған, 351-е йәрәхәтләнгән.