Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2019, 17:32

Владимир Путин йәштәрҙе тикшерергә ҡушты

Йәштәр, һаҡ булығыҙ! Һеҙҙең интернет киңлегендәге ҡылыҡтарығыҙҙы тикшерәсәктәр!

Фото: tv.rbsmi.ru
Фото: tv.rbsmi.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә интернет селтәрендә йәштәрҙең өҫтөнлөктәрен һәм ҡылыҡтарын даими тикшерергә ҡушты.
Мәғлүмәттәр мөхите йәш быуындың ҡарашына ниндәй йоғонто яһай? Дәүләт органдары һәм профилле ойошмалар ошо хаҡта һәр саҡ хәбәрҙар булырға тейеш.
Владимир Путин шулай уҡ “йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә” йүнәлтелгән контент булдырыу менән шөғөлләнгән координация үҙәген ойоштороу бурысын да ҡуйҙы. Контент материалдары артабан интернет селтәрендә таратыласаҡ.
Дәүләт етәксеһенең күрһәтмәләре 1 декабргә тиклем үтәлергә тейеш.

#ВладимирПутин
Читайте нас в