Хәүефһеҙлек
20 Декабря 2019, 08:45

Әгәр лейтенанттар булмаһа...

Улар дежур иткән саҡта яндарына ҡото осҡан әсәй йүгереп килә. Баҡһаң...

Беҙ полиция менән юл-патруль хеҙмәткәрҙәрен әрләргә күнеккәнбеҙ. Ә бына ауыр хәл була ҡалһа, шунда уҡ үҙҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ.
Өфө ҡалаһының юл-патруль хеҙмәте экипажы ағзалары Таһир Ғәзизуллин менән Вячеслав Буравлев – көн геройҙары. Улар ғәҙәти эш көнөндә Дим трассаһында дежур иткән саҡта яндарына ҡото осҡан әсәй йүгереп килә. Баҡһаң, уның ике йәшлек малайының тыны ҡыҫыла башлай. Ул аллергиянан барлыҡҡа килгән бронхит менән сирләгән икән.
“Юл полицейскийҙары әсә менән баланы тиҙ арала ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына илтергә ҡарар итә. Патруль машинаһында махсус сигналдарҙы тоҡандырып бер нисә минут эсендә дауаханаға алып барып та еткерәләр”, – тинеләр Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Шөкөр, барыһы ла яҡшы тамамлана. Сабый ваҡытында табиптар ярҙамы ала. Әсә кеше иһә полиция лейтенанттарына рәхмәт ебәрә.
Баланың ғүмере өсөн ҡурҡыныс мәлдә уларҙың юғалып ҡалмай ярҙамға килеүе, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ.
Фото: ufatime.ru
Читайте нас