Хәүефһеҙлек
28 Декабря 2019, 13:00

Язаһыҙлыҡ бына нимәгә килтерә...

18 йәшлек уғры килтергән зыян күләме - 700 мең һум.

Баш ҡала полицияһына бер эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Әйтеүенсә, уның сауҙа нөктәһенән ике көн рәттән ҡиммәтле һигеҙ смартфонды, сәғәт һәм ҡолаҡсындарҙы урлағандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етеҙ уғрыны ваҡытында сауҙа комплексының һаҡсылары тота алмаған, шуға ла, күрәһең, язаһыҙлыҡ бурҙы бер үк урынға ике тапҡыр алып килгән.
Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килгән. Зыян суммаһы 700 мең һум самаһы тип билдәләнгән. Эксперт-криминалистар енәйәт урынын тәфсирләп тикшергәс, бурҙың кем икәнлеген асыҡлаған һәм тотҡан. Ул 18 йәшлек Благовещенск районы кешеһе булып сыҡҡан.
Йәш уғры һөйләүенсә, тәүге тапҡыр ул гаджеттарҙы быяла витринаны шылдырып алған. Икенсе тапҡыр иһә ошо уҡ кибеттә быяланы ватыуҙан тартынмаған һәм тағы ла ҡиммәтле гаджеттарҙы урлаған. Әммә был юлы ул сауҙа үҙәге һаҡсыһының күҙенә салынған, тик йәш бурҙы оло кеше баҫтырып тота алмаған.
Ҡиммәтле смартфондар һәм башҡа әйберҙәр өлөшләтә хужаһына ҡайтарылған. Талаусыға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: vladtime.ru
Читайте нас