Хәүефһеҙлек
1 Января 2020, 08:25

Һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Яңы йыл ел-буран менән башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе байрам көндәрендә айырыуса һаҡ булыуҙы, уяулыҡ күрһәтеүҙе талап итә.

Яҙғы көн - ярты аҡыл, тиһәләр ҙә, ҡышҡы тәбиғәт тә тәүлек эсендә ҡырҡ төҫкә инеп, юл йөрөүселәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Яңы йыл ел-буран менән башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе байрам көндәрендә айырыуса һаҡ булыуҙы, уяулыҡ күрһәтеүҙе талап итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле яңылыҡтар ҙа бар. Дүртөйлө районында, Мәскәү – Өфө юлының 1235 километрында, ҡот осҡос авария теркәлгән. Фажиғәлә ҡатын кеше һәләк булған.
Был хәл хаҡында ЮХХДИ хәбәр итә. 31 декабрҙә “ВАЗ-2113”, “Шевроле Лачетти”, “КамАЗ” һәм “Киа Рио” машиналары бәрелешә. “ВАЗ-2113” автомобилендәге пассажир һәләк булған, водитель һәм ике бала дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр, юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, иҫән-имен йөрөгөҙ, һеҙҙе өйҙә көтәләр!
Фото:ЮХХДИ
Читайте нас