Яңы йыл төнөндә булған ҡурҡыныс авария хаҡында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Уның һөҙөмтәһендә ике ҡатын һәм һуңғараҡ бер бала һәләк булғайны.
Ул кистә Римма исемле ҡатын Гөлнара тигән әхирәте һәм үҙенең өс балаһы менән байрам ҡаршыларға Саҡмағош районына китеп барған. Тик юлда бер нисә автомобиль бәрелешә һәм уның һөҙөмтәһендә ике ҡатын да йән бирә. Бер аҙна үткәс, ауыр хәлдә булған ун йәшлек Рәдис тә әсәһе артынан китә. Әле был авариянан Радим менән Азария ғына иҫән ҡалды. Балаларҙың ағаһы Алмас белдереүенсә, уларҙы үлемдән Рәдис ҡотҡарған.
- Аварияға эләккәс, әсәһе балаларға тотонорға ҡуша. Шул саҡта Рәдис игеҙ һыңарын һәм һеңлеһен үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплаған. Балалар һәр ваҡыт авария тураһында иҫләй, шул мәл тураһында һөйләйҙәр. Улар әйтеүенсә, әсәһенең күп ҡаны киткән, - ти Алмас.
Был балаларға хас булмаған аҙым бөтә кешене һоҡландыра. Әгәр малай туғандарын ҡапламаһа, авария һөҙөмтәһе улар өсөн күпкә ҡурҡынысыраҡ булыр ине.
Ул кистә биш йәшлек Азария махсус креслола ултырған була. Иң еңел йәрәхәттәр ҡыҙыҡайҙа – баланың умрау һөйәге һынған. Ике көн элек уны дауахананан сығарғандар. Бала гел илай, йоҡламай һәм әсәһен саҡыра. Ун йәшлек Радимды кисә Өфөгә алып киткәндәр. Уға балалар дауаханаһында етди операция яһаясаҡтар.
Балалар әле һаман әсәһе һәм ағалары һәләк булғанын белмәй.