Хәүефһеҙлек
14 Января 2020, 06:30

Харап, 90 мең һумлыҡ күҙлеген урлағандар...

Яҡташыбыҙ, билдәле артист Инна Чурикованы Мадрид аэропортында талағандар

Сығышы менән Башҡортостандан булған билдәле артист Инна Чурикованы 27 декабрҙә Мадрид аэропортында талағандар. Анығыраҡ әйткәндә ул ире режиссер Глеб Панфилов менән Яңы йыл алдынан сит илгә барған. Бурҙар артистың сит ил паспорты ятҡан сумкаһын, аҡсаһын, банк картаһын, iPhone һәм 90 мең һумлыҡ күҙлеген урлай.
Уғрыларҙан уның ире лә зыян күрә. Сит ил паспортынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, ғаилә мең бәлә менән Рәсәйгә ҡайта. Мәғлүм булыуынса, һуңғы ваҡытта сит илдә кеҫә бурҙары айырыуса әүҙемләшкән, уларҙан 400-гә яҡын ватандашыбыҙ зыян күргән дә инде.
"Улар бик хәйләкәрҙәр. Беҙгә Испаниялағы Рәсәй илселеге ярҙам итте. Был хәл тормош һабағы булды. Ярай инде, күңелһеҙ ваҡиғаны уҙған йылда ҡалдырҙыҡ. Ҡайғырып торманыҡ. Иң аҡыллы кеше - минең ирем. Ул үҙенең паспортын ғына минең сумкаға һалғайны, ә ҡалғаны үҙендә ине", - ти Инна Чурикова.
Фото: АиФ
Читайте нас