Өфөлә тапалып үлгән 23 йәшлек егеттең туғандары шаһиттарҙан ярҙам һорай.
Яңыраҡ шундай ҡот осҡос фажиғә булғайны: эштән ҡайтып килгән егетте бер түгел, ике машина тапай. Тәүҙә яҙыуҙарынса, ул наушникта булған һәм ярамаған урындан юлды аша сығып барған.
Уның туғанының һүҙҙәренсә, "ул көндө һауа торошо яҡшы, урамдағы яҡтыртыу етерлек, бөтәһе лә айныҡ булған. Тәфтишселәр кемдең ғәйепле икәнен әлегә әйтмәй, юл һәләкәтенә ҡатнашы булған водителдәр ҙә беҙҙең менән һөйләшмәй. Ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс тә, әсәйем менән шул урынға килеп еттек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғаныбыҙ үлгәйне инде".
Тағы ла ул шуны өҫтәне: ҡустыһы СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 13-сө йорттоң ҡаршыһындағы юлдың айырымланған һыҙатында торған. Шунда шәп тиҙлектә килгән автомобиль уны бәрҙерә, хатта егет юлдың ҡаршы һыҙатына осоп барып төшә, унда инде икенсе машина аҫтында ҡала.
Бәхетһеҙлектә кемдең ғәйепле булыуын белеү өсөн туғандары шаһиттарҙы эҙләй, бәлки, видеотеркәүҙәрендә яҙма барҙыр, ти улар.