Хәүефһеҙлек
15 Января 2020, 19:05

Һепертке бәйләйем тип...

Йәнә кеше юғалыу тураһында хәбәр килгән.

Һуңғы ваҡытта кешеләрҙең юғалыу, аҙашыу осраҡтары йышайҙы. 1 ғинуарҙан алып бөгөнгә тиклем 112 системаһына юғалған туристар һәм балыҡсылар тураһында туғыҙ хәбәр килгән, 26 кеше эҙләп табылған.
Бөгөн 19.00 сәғәт тирәләрендә йәнә кеше юғалыу тураһында хәбәр килә.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы эргәһендә урманға һепертке бәйләргә йүнәлгән ҡатын юғалған.
“Бәхеткә күрә, аҙашҡан кеше менән телефон бәйләнеше бар, ярҙам һорап ул үҙе шылтыратҡан. Ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү-ҡотҡарыу эштәрен башланы”, тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Һәр ҡайҙа ла һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы.
Читайте нас