Белорет ҡалаһында күп фатирлы йортта янғын сыға. Утты һүндереүгә ике берәмек техника, һигеҙ ҡотҡарыусы йәлеп ителә.
“32 кеше, шул иҫәптән ете бала эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндергән ваҡытта 38 йәшлек ир кешенең үле кәүҙәһе табыла. Ут сыҡҡан фатирҙың стеналары, түшәме, бар мөлкәте зыян күрә. 15 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән янғын һүндерелә”, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Кисә шулай уҡ Өфөлә лә янғын менән бәйле фажиғә теркәлә.
Баҡалы урамындағы күп ҡатлы йортта ут сыға. Ҡотҡарыусылар ике бүлмәле фатирҙа сүп-сар яныуын асыҡлай, ғүмерҙәргә ҡурҡыныс янаған урындан халыҡ шунда уҡ эвакуациялана. Был ваҡиға ла ҡорбанһыҙ үтмәй - ир кешенең ғүмере өҙөлә.
Фажиғәләрҙең сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.