Хәүефһеҙлек
18 Января 2020, 15:55

"Ашығыс ярҙам" да ярҙам итә алмай...

Төн уртаһындағы ҡаза йәнә тетрәндерҙе, ҡайғыға һалды.

Көн дә тиерлек ҡабатланып торған фажиғәләр, ғүмерҙәр өҙөлөүе бик аяныс. Бына тағы Салауат ҡалаһының Матросов бульварындағы йорт фатирында янғын сығып, күптәрҙе тетрәндерҙе, ҡайғыға һалды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүенсә, төн уртаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. Янғын һүндереүселәр ике ҡатлы йорттағы фатирҙы ут ялмауын күреп, ете кешене эвакуациялай. Янғынды һүндергәндә фатирҙа 1956 йылғы ҡатындың булыуы асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға илткәндә ул йән бирә...
1955 йылғы бер ир ҙә утта зыян күрә. Ул дауаханаға оҙатыла. Фажиғәгә килтергән ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Барығыҙҙы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяу булырға саҡырабыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас