27 йәшлек яҡташыбыҙҙы Бали утрауында мотоцикл бәрҙерә.
Ял итергә юлланғанда бер кем дә бәлә-ҡазаға юлығырмын тип уйламайҙыр. Туристарҙы матурлығы менән арбаған Бали утрауынан Анна Пономарева ла тыуған яғына һау-сәләмәт, шәп кәйефтә ҡайтырға теләгәндер. Тик... яҡташыбыҙ бәхетһеҙлеккә осрай: уны мотоцикл бәрҙерә һәм ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре ала.
Индонезия табиптары тәүге ярҙамды күрһәтеп, операция яһаған. Әммә Аннаға артабан тикшеренеү һәм дауаланыу үтергә кәрәк, шулай уҡ йәнә бер нисә операция кәрәк булыуы ла ихтимал.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡыҙҙы Өфөгә алып ҡайтырға күрһәтмә бирҙе. Ошо көндәрҙә Анна тыуған яғына ҡайтып, дауаланыуын баш ҡала клиникаларында дауам итәсәк. Уның тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫыуын теләйек.