Бөгөн көндөҙ Башҡортостанда ҡот осҡос авария теркәлде. Уның һөҙөмтәһе йөрәкте өшөтә: урында бер юлы өс кешенең ғүмере өҙөлдө...
Ваҡиға Ҡырғыҙ-Миәкә – Стәрлебаш юлының икенсе километрында була: “Опель Астра” менән “ГАЗель” автомобилдәре төкөшә. Бәрелештең ныҡ көслө булғаны фотонан да күренеп тора: еңел машинанан бер нәмә лә ҡалмаған тиерлек.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә “Опель Астра"ның өс пассажиры – ике ҡатын һәм бер ир ваҡиға урынында һәләк була. Еңел машинаның водителен һәм “ГАЗель” пассажирын йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткәндәр. Урында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй. Авария шарттарына асыҡлыҡ индерелә.
Хөрмәтле водителдәр! Һеҙҙең иңдәрҙә үҙегеҙ һәм юлдағы башҡа кешеләр өсөн ҙур яуаплылыҡ ята! Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белергә, уларҙы һис шикһеҙ үтәргә, тиҙлекте һаҡларға, ҡурҡыныс мәлдәрҙә үҙегеҙҙе ҡулда тотоп, ғүмерҙәрҙе һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешһегеҙ. Юлдарыбыҙ хәйерле булһын!