Хәүефһеҙлек
31 Января 2020, 18:25

Рәмил Шәмсетдинов Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылаған?

Нәфис һәм тарихи әҙәбиәт уҡып...

Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов әле Мәскәүҙә Сербский исемендәге үҙәктә психик тикшереү үтә.

Табиптар, психиатрҙар һалдатты тулыһынса ҡараясаҡ, Шәмсетдиновты бер нисә психиатрик экспертиза көтә. Уның буйынса эште Чита гарнизон судына тапшырғандар. Ултырышты әлегә билдәләмәгәндәр. Ғәйепләнеүселәр үҙҙәренең ғәйебен таныған. Берәүһенең шәхесе асыҡланған. Рәмилдән тыш, тағы өс һалдат ҡаза күреүсе булараҡ танылған.

Уның менән бер палатала уғрылыҡта һәм үлтереүҙә ғәйепләнгән алты кеше ултыра. Уларға телевизор ҡарау тыйылған, шулай ҙа ашханаға барырға һәм унда тапшырыуҙар ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ уларға китапханаға йөрөргә, теннис уйнарға рөхсәт бирелгән. Рәмил Шәмсетдиновты башлыса нәфис һәм тарихи әҙәбиәт уҡый тип белдерәләр. Яңы йылды ул ғәҙәти камера булараҡ йыһазландырылған карцерҙа ҡаршы алған, сөнки уға енәйәте буйынса тиңдәш кешеләр табылмаған. Экспертизанан һуң Рәмилде «Бутырка» изоляторына оҙатасаҡтар.
Фото: «Бәйләнештә».
Читайте нас