Хәүефһеҙлек
2 Февраля 2020, 08:05

Магазиндан урлап, баҙарҙа һатҡан

Туймазы ҡалаһында йәшәгән 39 йәшлек ир ҡалыптарға бик үк һыйып бөтмәгән енәйәттәрен таныған да инде.

Уның иҫәбендә – егерменән ашыу уғрылыҡ осрағы һәм... урлап алынған тиҫтәләрсә шампундәр, сәс өсөн бәлзәмдәр. Туймазы ҡалаһында йәшәгән 39 йәшлек ир ҡалыптарға бик үк һыйып бөтмәгән енәйәттәрен таныған да инде.
Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эсе эштәр министрлығы хәбәр итә.
Баҡһаң, быға тиклем Туймазы полицияһына теге йәки был супермаркет йә сауҙа үҙәге етәкселәренән ғаризалар килгән, улар магазин кәштәләренән аҙыҡ-түлек, алкоголле эсемлектәрҙән тыш, күпләп шампунь һәм сәс бәлзәмдәре юғалыуын ла белдергән. Видеокүҙәтеү яҙмалары күрһәтеүенсә, был ваҡиғаларға бер үк ирҙең ҡағылышы булған, имеш. Уның фотороботы төҙөлгән, эҙләй башлағандар.
Тиҙҙән ҡаланың патруль-пост хеҙмәте инспекторҙары 39 йәшлек ирҙе тотҡан. Быға тиклем уның бер нисә тапҡыр хөкөм ителгәне асыҡланған. Барыһын да ул ҡәҙимге ысул менән эшләгән: магазинға ингән дә курткаһының кеҫәләренә, эсенә әйберҙәрҙе йәшергән һәм сығып та киткән. Мәғлүм булыуынса, ир ошо тауарҙар менән урындағы баҙарҙа сауҙа иткән.
Уғрыға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото һәм видео: 02.мвд.рф
Читайте нас