Бөгөн Өфөнөң Калинин районы суды 34 йәшлек Владимир Санкинға яза төрөн билдәләйәсәк. Ул ауыр енәйәттә - кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. Нисек шундай хәлгә тарыған һуң ул?
Гастелло стадионы эргәһендә, Петрозаводск урамындағы 6-сы йорт янында Владимир 10 йәштәр тирәһендәге малайҙың бер подъездан атылып сығып, тура уға табан йүгереүен күрә. Малай ят иргә түбәндәгеләрҙе һөйләй. Ул дуҫы менән урамда уйнап йөрөгән, шунан подъезға йылынырға ингәндәр. Эстә уларҙы бер ир күреп ҡала ла өйөнә кәнфитләп сәй эсергә саҡыра. Ә фатирға ингәс, ул балта менән ҡурҡытып, сисенергә ҡуша, тыңлаһағыҙ, аҡса бирәсәкмен, ти. Малайҙарҙың береһе, Владимирға осрағаны, сығып ҡаса.
Владимир шунда уҡ икенсе баланы ҡотҡарырға йүгерә, бер ыңғайҙан теге ирҙе фатирынан һөйрәтеп сығара. Малайҙар ысынды һөйләйме, тип һорай унан. Яуап бирәһе урынға тегеһе уға берҙе тондора, Владимир ҙа уға һуға, шулай улар үҙ-ара һуғышып китәләр.
Һөҙөмтәлә Владимир - полицияға, ә малайҙарға бәйләнгән ир дауаханаға эләгә һәм шунда үлеп ҡала. Штакетник менән һуҡҡандан алынған йәрәхәттән үлгән, тиелә. Әле бының буйынса экспертиза үткәрелә.
Владимирҙың дуҫы Дмитрий һөйләүенсә, үлгән ир элек тә балаларға бәйләнгәне өсөн полицияла иҫәптә торған әҙәм булған. Бына шундай буталсыҡ тарих, ғәйепләргәме ирҙе, әллә яҡлашырғамы?