Кисә Благовещенск –Павловка юлында “Мазда” һәм “Лада-Гранта” автомобиле бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә “Лада –Гранта” автомобилендә булған 43 йәшлек пассажир ҡатын вафат була.
Шаһиттар әйтеүенсә, сит ил автомобиле водителе Благовещенскиҙан Бедеева Поляна ауылы йүнәлешенә хәрәкәт иткән. Аварияның сәбәбе һәм эҙемтәләрен тикшеререү буйынса эш башланған.
Башҡортостан республикаһы буйынса дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер кеше һәләк булған, 16 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ автоинспекторҙар тарафынан 33 эскән водитель тотолған, 2300 юл хәрәкәтен боҙоу осрағы теркәлгән.
Һауа торошо үҙгәреп тороу сәбәпле, юлда боҙлауыҡ һәм ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килде. Был үҙ сиратында водителдәрҙән үтә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Һаҡланғанды һаҡлайым, тигәндәй юлдарығыҙ –имен, үҙегеҙ-иҫән-һау көткән кешеләрегеҙ янына ҡайтығыҙ!