Октябрьский ҡалаһында 40 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Әйтеүенсә, уны мутлашыусы ҡатын төп башына ултыртҡан һәм 415 мең һумға яҡын аҡсаһынан яҙҙырған.
Асыҡланыуынса, был ҡатын интернет селтәрендә күрәҙәселек менән шөғөлләнгән кешене тапҡан, уға яҙып ебәреү менән яуап та килгән. Ҡатындың иренең тоғролоғон тикшерәһе килгән: һөйгәне хыянат итәме, юҡмы? Был үтенескә ире тураһында мәғлүмәт һәм фотоһын ебәрергә ҡушҡандар.
Фотоны алғандан һуң “күрәҙәсе” яуап ебәргән: йәнәһе, ирҙе ныҡ итеп сихырлағандар, уны ҡотҡарыу өсөн түләүле йолалар үткәреү фарыз, имеш...
Ҡатын ризалашҡан, ай буйынса “күрәҙәсе” менән яҙышып торған, ул үткәргән йолалар өсөн банк картаһына даими аҡса күсергән. Һөҙөмтәлә, ире өсөн көйәләнгән ҡатын уны “ҡотҡарыу” өсөн 415 мең һум аҡса түләгән.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлаған: “күрәҙәсе” бәйләнешкә сыҡмай башлаған, ә түләүле йолалар бер ниндәй ҙә файҙа килтермәгән. Ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, полиция хеҙмәткәрҙәре хәлдең үҙенсәлектәрен асыҡлай, мутлашыусыларҙы эҙләй.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: иғтибарлы булығыҙ, интернет селтәрендәге теләһә кемгә ышанмағыҙ, матур һүҙҙәргә алданмағыҙ!