Хәүефһеҙлек
8 Февраля 2020, 12:12

Ҡорбандар һаны 724-кә етте...

Яңы мәғлүмәттәр буйынса, коронавирусты бөтә донъя буйынса 34 872 кеше йоҡторған.

Ҡытайҙағы Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында таралып киткән коронавирус тынысланырға уйламай: әлегә Филиппиндағы һәм Гонконгтағы ҡорбандар менән бергә 724 кеше вафат булған.

Ҡытайҙың Һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был илдә 2019-nCoV төрөндәге коронавирустан 722 кешенең ғүмере өҙөлгән. Иң күп үлем осрағы Хубэй провинцияһына тура килә: 699 граждан һәләк булһа, вирус йоҡторғандарҙың һаны 34 мең кешенән артҡан, ә бөтә донъя буйынса 34 872 кеше сирҙе йоҡторған. Әлегә бары 1 563 ауырыу һауыҡҡан.

Рәсәй етәкселеге лә коронавирустан һаҡланыу буйынса бөтә сараларҙы күрә. Ошо маҡсатта 3 февралдән тимер юл бәйләнешендәге пассажирҙар поездары туҡтатылды. Бынан тыш, авиабәйләнеште лә сикләнеләр, "Аэрофлот" рейстары ғына ҡалды. Шулай уҡ 14 февралдән был илгә чартер рейстары ла туҡтатыласаҡ.

Республика Хөкүмәтендә коронавирусҡа ҡаршы тороу буйынса оператив штаб булдырылды. Вирустың республикаға инеүенә юл ҡуймау маҡсатында етди саралар күрелә.

Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас