Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2020, 09:10

Вәт “музыканттар”, ә!

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт “Красноусол” шифаханаһына һатып алынған баян мәсьәләһен тикшерә...

Башҡортостанда монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт “Красноусол” шифаханаһына һатып алынған... баян мәсьәләһен тикшерә.
Йыр-моң яратыуҙа хилафлыҡ юҡ, әлбиттә, әммә музыка ҡоралының хаҡы бер аҙ аптырау тыуҙыра: документтар буйынса уның өсөн 700 мең һум түләгәндәр, имеш. Рәсәй дәүләт учреждениелары тарихындағы иң ҡиммәтле музыка ҡоралын тыңлағы ла, күрге лә килә: моң менән бергә әллә алтын тәңкәләр ҙә ҡойоламы икән?
Федераль хеҙмәт белгестәре был хәлдә ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын асыҡлаған. Унан тыш, былтыр шифахана өсөн, музыка ҡоралынан тыш, ҡиммәтле йорт йыһаздары ла һатып алынған, биналар ремонтланған. Шуныһы – был төрлө ғәмәлдәрҙе бер үк ойошма башҡарған. Иҡтисади енәйәттәрҙе асыҡлау менән шөғөлләнгән белгестәр был сәйер эшмәкәрлектең төбөнә төшмәксе.
Әйткәндәй “алтын” баянға бәйле хәлдәр бығаса ла Рәсәй киңлектәрендә булғылаған: мәҫәлән, былтыр Яңы Уренгой ҡалаһы властары 460 мең һумға электрон баян алырға йыйынған, ә Новосибирскиҙа сик һаҡлаусылар 400 мең һумлыҡ баян алып ҡыуанған.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Читайте нас