Хәүефһеҙлек
19 Февраля 2020, 08:00

Йығылған да... үлгән

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эш урынында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү эштәрен башланы.

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эш урынында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү эштәрен башланы.
«БашРТС-Уфа» предприятиеһының электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтеры ҡаҙанлыҡ цехы буйлап проходнойға китеп барған сағында яңылыш йығылып китә һәм башы менән тимер-бетон иҙәнгә барып төшә. Ауыр йәрәхәттәрҙән 63 йәшлек ир шунда уҡ йән бирә. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда республикала эш урындарында 133 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шуларҙың 35-е – фажиғә менән тамамланған.
Фото: yandex.ru
Читайте нас