Хәүефһеҙлек
20 Февраля 2020, 17:55

Рейдта ниҙәр асыҡланған?

Йылайырҙың төпкөл ауылдарында тикшереү үткәрелде.

Һуңғы ваҡытта республикала янғындарҙың йыш сығыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе хаҡында ишетеп торабыҙ. Күпселек осраҡта был күңелһеҙ ваҡиғаларҙың төп сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәке тартыу, электр ҡоролмаларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау, балаларҙың ут менән шаярыуы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре белдереүенсә, фажиғәләрҙе кәметеү, янғын осраҡтарын булдырмау маҡсатында һәр район-ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уттан һаҡланыу сараларын аңлатыу, күп балалы, яңғыҙ һәм оло йәштәгеләрҙең йорттарында янғын һүндереү ҡоролмаларын урынлаштырыу буйынса рейдтар үткәрелә.
Ошо көндәрҙә Йылайырҙағы янғын һүндереү бүлеге етәксеһе Ғәлим Әбүбәкеров бер төркөм хеҙмәткәрҙәр менән райондың төпкөл ауылдарында булып, һәр йорт һайын йөрөп янғынды иҫкәртеү сараларының нисек үтәлеүен тикшерҙе. Дмитриевка ауыл биләмәһе башлығы Әнис Ғәбитов менән бергә үткәрелгән рейдта ҡайһы бер өйҙәрҙә янғындан һаҡланыу сараларының үтәлмәүе асыҡланды.
Ғәлим Әсҡәт улы белдереүенсә, район буйынса күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарға бөтәһе 686 янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы урынлаштырылған. Әле 50 йәштән үткән яңғыҙҙарҙың һәм оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә ҡуйыу өсөн 1200-ҙән ашыу ҡоролма алыуға заказ бирелгән. Приборҙарҙы урынлаштырыу айырым категорияға ҡараған граждандарға бушлай эшләнә, шул уҡ ваҡытта теләгән һәр кем үҙ йортона ҡуйҙыра ала.
Һаҡ булайыҡ, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәйек.
Ғәлим Әбүбәкеров фотоһы.
Читайте нас