Хәүефһеҙлек
26 Февраля 2020, 13:15

Пугачев урамы ҡасан төҙөкләнер?

Коммуналь хеҙмәттәр юлдағы асфальт япмаһын алмаштырыу өсөн һауа шарттарының тотороҡланыуын көтә.

Быйылғы насар һауа шарттары, транспорттың күплеге урамдарҙағы юл япмаһына кире йоғонто яһай.
Әле баш ҡаланың Пугачев урамын төҙөкләндереү күҙаллана. Коммуналь хеҙмәттәр юлдағы асфальт япмаһын алмаштырыу өсөн һауа шарттарының тотороҡланыуын көтә. Транспорт хәрәкәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфөнөң Киров районын төҙөкләндереү учреждениеһы юлдағы соҡорҙарҙы ямай, ҡарҙы ситкә ташый, йыйылып ятҡан һыуҙы ағыҙып ебәреү сараһын күрә.
Бынан тыш, Пугачев урамын реконструкциялау буйынса документтар әҙерләнгән. Унда билдәләнгәнсә, был урамда дүрт һыҙатлы юл, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалыу, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын яңыртыу, яуым-төшөм өсөн канализация төҙөү ҡарала. Проект дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алған да инде.
Фото: ufacity.info
Читайте нас