Хәүефһеҙлек
28 Февраля 2020, 07:00

Әсә менән улының кәүҙәһе табылған

Билдәле булыуынса, улар бынан ике аҙна самаһы элек үлгән.

Кисә Нефтекама ҡалаһында шәхси йорттарҙың береһендә ике кешенең кәүҙәһе табыла. Улар 48 йәшлек ир менән уның 82 йәшлек әсәһенеке булып сыға. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, уларҙы ирҙең хеҙмәттәштәре таба.
“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир түшәктә ятҡан сирле әсәһен ҡараған. Ниндәйҙер мәлдә уға ҡыйын булып китә, ул вафат була. Пенсионер ҡатын ярҙамға саҡыра алмай һәм күп тә үтмәй үҙе лә был донъя менән хушлаша”, – тигән был хәлде белгән кешеләр.
Билдәле булыуынса, улар бынан ике аҙна самаһы элек үлгән. Табылған кәүҙәләр боҙола башлаған. Был эш буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.
“Тәфтишселәр урынды ҡарап сыҡты, суд-медицина экспертизалары билдәләнде. Был уларҙың нилектән үлгәнен асыҡлау өсөн кәрәк. Ғаиләнең яҡындары һәм шаһиттарҙан һорау алына. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бында енәйәт эҙе юҡ”, – тинеләр республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас